Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Республикала билдәле йәмәғәтсе Айнур Зәбихуллин фажиғәле һәләк булған
Фото: Ленара Иванованың социаль селтәрҙәре

Республикала билдәле йәмәғәтсе Айнур Зәбихуллин фажиғәле һәләк булған

Мәсетле районында билдәле йәмәғәтсе, «Аиша» хәйриә йорто етәксеһе Айнур Зәбихуллин фажиғәле рәүештә арабыҙҙан китте. Ҡайғылы хәбәрҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова еткерҙе.

«Айнур Айрат улы – изгелек һәм мәрхәмәтлек идеяларына тоғролоҡ өлгөһө. Ул республикабыҙ Башлығының «Атайсал» проекты лидерҙарының береһе булды, 50-нән ашыу хәйриә, экологик, спорт инициативаларын башлап ебәрҙе, мәсетлеләрҙең йәш быуынын рухи-әхлаҡи үҫтереү хәрәкәтенең идея лидеры, биш бала атаһы ине.


Ошондай кеше менән беҙ ҙә эшләргә өлгөрҙөк, 2024 йылда ул Йәмәғәт советының яңы составына һайланғайны. Быға тиклем дә Айнур Айрат улы ғаилә хеҙмәте менән берлектә социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары тәрбиәләнеүселәренә әүҙем ярҙам күрһәтте, Балаҡатай районындағы балалар приюты тәрбиәләнеүселәрен файҙалы эшмәкәрлеккә йәлеп итте, яңғыҙ йәшәгән ололарҙы ла ярҙамһыҙ ҡалдырманы.


Уның күләмле проекттарының береһе – Изгелек йорто. Оло Ыҡтамаҡ ауылында активист үҙенең иптәштәре менән бергә билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләр өсөн туҡланыу ойошторҙо, уларҙы алама ғәҙәттәренән арындырырға тырышты», – тип яҙа Ленара Иванова.


Айнур оҙаҡ йылдар Мәсетле районының Һабанаҡ ауылында староста һәм имам-хатип булды. Ул тыуған ауылын төҙөкләндереү өсөн 19 проектты тормошҡа ашырҙы, «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашты. МХО башланғас та яуҙағы яҡташтарына ярҙам күрһәтеү эшенә тотондо. Уның тормошонда иң мөһим проект – ҡыҙы хөрмәтенә аталған «Аиша» хәйриә йорто. Айнур йыйылған аҡсаға аҙыҡ-түлек һатып алып, йөҙләгән ғаиләгә ярҙамлашты. 2025 йылдың апрелендә Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә акция башлап ебәрҙе, унда тотош республика халҡы ҡатнашты.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-23/v-bashkirii-tragicheski-skonchalsya-izvestnyy-obschestvennik-aynur-zabihullin-4287393





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан парламенты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул итте

Башҡортостан парламенты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул итте 24.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары аҙаҡҡы уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 24.06.2025 // Йәмғиәт

Республикаға сираттағы атлантик циклон яҡынлаша....

Тотош уҡырға 7

Был аҙнала «Сәләмәтлек поездары» республиканың ете районына бара

Был аҙнала «Сәләмәтлек поездары» республиканың ете районына бара 23.06.2025 // Йәмғиәт

Был аҙнала «Сәләмәтлек поездары» республиканың ете районына бара...

Тотош уҡырға 16

Радий Хәбиров почта хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне

Радий Хәбиров почта хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне 23.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл Федераль почта элемтәһенең республика идаралығына 30 йыл тула....

Тотош уҡырға 17

Башҡортостан Башлығы Хәтер һәм Ҡайғы көнөнә бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө

Башҡортостан Башлығы Хәтер һәм Ҡайғы көнөнә бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө 23.06.2025 // Йәмғиәт

22 июндә Рәсәйҙә иҫтәлекле дата – Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде. Башҡортостан Башлығы Радий...

Тотош уҡырға 18

2026 йылда Рәсәй мәктәптәрендә бер төрлө дәреслектәр барлыҡҡа килә

2026 йылда Рәсәй мәктәптәрендә бер төрлө дәреслектәр барлыҡҡа килә 23.06.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда Рәсәй мәктәптәрендә бер төрлө дәреслектәр барлыҡҡа килә...

Тотош уҡырға 6

2026 йылда Рәсәй мәктәптәрендә берҙәм мәктәп дәреслектәре барлыҡҡа килә

2026 йылда Рәсәй мәктәптәрендә берҙәм мәктәп дәреслектәре барлыҡҡа килә 23.06.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда Рәсәй мәктәптәрендә берҙәм мәктәп дәреслектәре барлыҡҡа килә...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостанда Данте һәм Әрифә тыуған

Башҡортостанда Данте һәм Әрифә тыуған 23.06.2025 // Йәмғиәт

Иң популяр исемдәр – Әмир һәм Әминә....

Тотош уҡырға 16

Рәсәйҙең хеҙмәт министры 2026 йылдың 31 декабрен ял көнө итергә вәғәҙәләне

Рәсәйҙең хеҙмәт министры 2026 йылдың 31 декабрен ял көнө итергә вәғәҙәләне 20.06.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең хеҙмәт министры 2026 йылдың 31 декабрен ял көнө итергә вәғәҙәләне...

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда һыу объекттарында хәүефһеҙлек программаһы ғәмәлгә индерелде

Башҡортостанда һыу объекттарында хәүефһеҙлек программаһы ғәмәлгә индерелде 20.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һыу объекттарында хәүефһеҙлек программаһы ғәмәлгә индерелде...

Тотош уҡырға 16

Луганск Халыҡ Республикаһынан 100-гә яҡын бала Башҡортостанға ял итергә килде

Луганск Халыҡ Республикаһынан 100-гә яҡын бала Башҡортостанға ял итергә килде 20.06.2025 // Йәмғиәт

96 бала Мәләүез районының «Дуҫлыҡ» балалар һауыҡтырыу лагерында һаулығын нығыта....

Тотош уҡырға 22

28 июндә Башҡортостанда хәмер һатыу тыйыла

28 июндә Башҡортостанда хәмер һатыу тыйыла 20.06.2025 // Йәмғиәт

28 июндә Башҡортостанда хәмер һатыу тыйыла...

Тотош уҡырға 16